Map Graph

Һыуғомаҡ (күл)

Һыуғомаҡ — Силәбе өлкәһе Ҡыштым ҡалаһы эргәһендә Һыуғомаҡ тауы итәгендәге күл, Силәбенән — 90 км, Екатеринбургтан 150 км алыҫлыҡта ята. Күлдең майҙаны — 3,72 км². Тәрәнлеге — 3 м. Һыу буйы оҙонлоғо — яҡынса 15 км. Һыуғомаҡ күле — Һыуғомаҡ территориаль-тәбиғәт комплексы составындағы өс өлөштөң береһе. Күл Ҡыштым ҡалаһы өсөн эсәр һыу сығанағы булып тора. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 258 м.

Read article
Файл:Озеро_Сугомак_в_лунном_свете.jpg